Быйыл ул ирекмәндәр хәрәкәтенә арналды. Һуңғы йылдарҙа төбәктә ирекмәндәр хәрәкәте киң үҫеш ала, уларҙың абруйы йәмғиәттә лә күтәрелә бара.
Йәштәр ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, экологик өмәләр уҙғара, өлкәндәргә ярҙам итә. Улар изгелек һәм ярҙамсыллыҡ төшөнсәләренең мәғәнәһен яҡшы аңлай. КВН фестивалендә ҡатнашыусы командалар тап ошо хаҡта һүҙ алып барҙы.
Фестивалдә барлығы өс команда көс һынашты. Конкурстың өс этабында ла район үҙәгенең 1-се мәктәбенең "Адреналин" командаһы уңышлы сығыш яһаны. Үҫмерҙәр иғтибарынан мәктәп тормошо, ирекмәндәр хәрәкәте, хәҙерге йәштәрҙе борсоған төрлө проблемалар ситтә ҡалманы. Егет-ҡыҙҙарҙың йор һүҙлелеге юғары баһаланды.




