Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре араһында спорт ярыштары үтте. Унда Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалалары почта бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты.
17-се йәйге спартакиада быйыл ниһәйәт Баймаҡ ҡалаһында үтте. Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан килгән почта хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең спорт өлкәһендәге уңыштары менән кыуандырҙы. Ҡатнашыусылар волейбол, минифутбол, теннис, гир күтәреү, йүгереү, ҡул көрәштереү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек һынауҙар үтте. Ярыш бик сәмле барҙы, ҡатнашыусылар менән бергә көйәрмәндәр ҙә әүҙем теләктәшлек күрһәтте.
Шуныһы ҡыуаныслы ,ҡатнашыусыларҙың йәш айырмаһы ҙур булһа ла , әҙерлек кимәле юғары булды. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән спортсылар 16 апрель көнө үтәсәк республика ярыштарында Урал аръяғы командаһы булып сығыш яһаясаҡ.
Ошондай ярыштар сәләмәт рух , ихтияр көсө тәрбиәләү менән бер рәттән кешеләрҙе үҙ ара берләштереу сараһы ла булып тора.




