Башҡорт милли костюмы илдең иң яҡшы кейем өлгөһө

"Һылыуҡай"-2017 гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе Земфира Байдәүләтова "Мисс Рәсәй - 2018" халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала дүрт дипломдың береһенә эйә булды. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта конкурстың рәсми сайтында тауыш биреү дауам итә.

Әлегә Земфира 8 мең 200 мәрәй менән бишенсе баҫҡыста бара. Яҡташыбыҙҙың "Мисс Рәсәй - 2018" исемен яулауына һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн конкурстың Әлегә Земфира 8 мең 200 мәрәй менән бишенсе баҫҡыста бара. Яҡташыбыҙҙың "Мисс Рәсәй - 2018" исемен яулауына һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн конкурстың рәсми сайтына инеп тауыш бирергә кәрәк. инеп тауыш бирергә кәрәк.

Башҡортостан ҡыҙҙары ил кимәлендәге матурлыҡ конкурсында быйыл өсөнсөгә ҡатнаша. Ике йыл элек республика намыҫын Ҡыйғы районынан Гөлнур Зиннәтова яҡлаһа, былтыр Ғафуриҙан Альбина Әхтәмова икенсе урын яуланы. Ул донъяның үҙе теләгән юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Автор: Азат Ғәлиуллин.