Туймазы үҙәк район дауаханаһында пациенттың ғүмере өҙөлөү буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан

Раил Ғәлимов дауаханаға аяғы һынып эләгә. Ир Себерҙә вахта менән эшләгән. Сираттағы тыуған яғына ҡайтыуы фажиғәле тамамлана. Ул урамда йығылып аяғын имгәтә, тиҙ ярҙам машинаһы ирҙе үҙәк район дауаханаһына килтерә. Операция яһайҙар, әммә бер-нисә көндән ул һәләк була. Ғәлимовтың туғандары уның ҡапыл донъянан китеп барыуы менән килешә алмай.

Фото №1 - Туймазы үҙәк район дауаханаһында пациенттың ғүмере өҙөлөү буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан

Раил Ғәлимовтың туғаны Ләйсән Ҡудашева хәбәр итеүенсә, ир тәмәке тартырға сыҡҡанда йығылған. Тиҙ ярҙам машинаһы шунда уҡ килеп алып киткән. Операция яһағандар. Туғандары уның ни өсөн вафат булғанын ғына аңлай алмай.

Туймазы үҙәк район дауаханаһы юрисы белдереүенсә, пациентҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Уның үлем сәбәбен асыҡлау буйынса экспертиза үткәрелә. Тәфтиш комитеты енәйәт эше асҡан.

”Тәфтиш комитеты тарафынан бөтә документтар ҙа тикшереүгә алынды. Суд-медицина һәм башҡа тейешле экспертиза үткәрелә. Уның һөҙөмтәһе буйынса ирҙең үлем сәбәбе билдәләнәсәк”.

Радик Сәмиғуллин, Туймазы үҙәк район дауаханаһы юрист-консульты

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ