Микрозаймдар офисына һөжүм итеүсе ҡулға алынды

Енәйәтсе финанс ойошмаһы хеҙмәткәренә бензин һәм шырпы менән янай. Полиция хеҙмәткәрҙәре баҫҡынсыны тиҙ арала ҡулға ала. Пироман баш ҡаланың Дим районында йәшәүсе 34 йәшлек ир булып сыға.

Ир был хәүефле аҙымға сараһыҙлыҡтан барған. Баҡтиһәң, ул бурысҡа батҡан. Күрәһең, мәкерле операцияны планлаштырырға ла ваҡыты булмай. Һөжүм көпә-көндөҙ, бер нисә камера аҫтында башҡарыла.

Зыян күреүсе хәбәр итеүенсә, бур, эсендә канистр ятҡан ҡара пакет тотоп ингән. Икенсе яҡ ҡулына зажигалка тотҡан булған. Кассир шундуҡ барлыҡ аҡсаны уның ҡулына тоттороп ебәргән.

Ләкин ир йыраҡҡа ҡасып өлгөрмәй. Ҡыҙыу эҙ артынан полиция төшә. Баҡтиһәң, уның йәшәгән ере лә енәйәт урынына яҡын булып сыға. Ҡулға алыныусы кассанан ни бары биш мең һум ғына алып сыға алыуын иҫбатлай. Был аҡсалар йыйылған бурыстың бәләкәй генә өлөшөн дә ҡаплай алмай, ләкин енәйәт эше ҡуҙғатырға артығы менән етә.

–Ниндәй генә банкҡа мөрәжәғәт итмәнем бурысымды ҡапларға кредит бирмәнеләр. Был хәлдән сығырға башҡа әмәл юҡ кеүек тойолдо. Аптырағас ошо аҙымға барҙым инде. Хәҙер үкенәм, әммә ваҡытты кире ҡайтарып булмай, - ти ғәйепләнеүсе.

Автор: Айнур Кәбиров.