26 апрель көнө башҡалала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһының төбәк-ара форумы уҙасаҡ.
Сараны ойоштороуҙо төбәк Хөкүмәте, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы үҙ өҫтөнә ала.
Форумда пленар ултырыш уҙғарыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһын ойоштороу буйынса күргәҙмә һәм презентация майҙансығын, бәйләнеш үҙәген, эшҡыуарлыҡты үҫтереү институтының 8 тематик майҙансығын булдырыу күҙаллана.
Форумдың бурыстары булып ярҙам алыу мөмкинлектәре буйынса эшҡыуарҙарҙың белемен арттырыу, льготалы займ алыу ысулдарын аңлатыу һәм мәғлүмәт биреү тора. Төп маҡсаты- конкуренцияны арттырыу, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе тышҡы баҙарға сығарыу.
Форумда ҡатнашыу бушлай. Ҡатнашыу өсөн Форумда ҡатнашыу бушлай. Ҡатнашыу өсөн https://tpprb.timepad.ru/event/683929/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин. һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин.




