Белорет районында Һарыҡ урлап ашау осрағы теркәлде

Белорет районында мал урлау осрағы буйынса енәйәт эше асылды. Полицияға Сермән ауылында йәшәүсе 71 йәшлек инәй мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе хужалығында күпләп мал тота. Иртән һарайға сыҡҡанда,хужабикә бер баш һарыҡ малының етмәүен күреп ҡала. Тиҙ арала был осраҡ буйынса 19 һәм 26 йәшлек уғрылыҡ ҡылған ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә төшәләр. Асыҡланыуынса, егеттәрҙең алкоголь эсемлек ҡулланғандан һуң, ит ашағылары килә. Улар автомобилдә зыян күреүсенең өйөнә килеп, һарығын урлайҙар.

Егеттәр иттең бер өлөшөнән теләгән ризығын әҙерләй. Ә ҡалғанын һатып, ул аҡсаға алкоголь алалар. Ғәйепләнеүселәр күршеһенә килтерелгән зыян күләмен ҡаплай.

Фото: Интернет