Туймазы районында юл хәрәкәте ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк була. Билдәле булыуынса, йәйәүле юлды ярамаған ерҙән сығып барған.
БР-ҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы- Октябрьск юлында 31 йәшлек “Шевроле Круз” водителе йәйәүлене бәрҙергән.
47 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында вафат була. Осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыла.




