Ишембай районында йәшәүсе 34 йәшлек ҡатын суд ҡаршыһына баҫасаҡ. Ул көслө тәьҫир итеүсе матдәләр менән эш итеүҙә ғәйепләнә.
Уҙған йылдың ноябрендә, ғәйепләнеүсе, Интернет аша Белоруссиянан 200 дана дарыуға һәм 2 һауыт стероидҡа заказ яһай, тип хәбәр итә республика Прокуратураһы. Билдәләп үтер кәрәк, улар ирекле һатыуҙан алынған. Препараттарҙың хаҡы 7 000 һумдан артып китә. Ҡатын, заказын алған ваҡытта, ҡулға алына.
Ҡулға алыныусы һөйләүенсә, был препараттар үҙ ихтыяжы өсөн кәрәк булған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.




