Ниһәйәт, ҡышҡы әйберҙәрҙе яҙғы еңел кейемдәргә алмаштырырға мөмкин.
Башҡортостан халҡын шаршамбы, 11 апрель, йылы һәм болотло һауа торошо көтә.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шаршамбыға ҡараған төндә һауа температураһы биш градус йылы күрһәтәсәк. Көндөҙ термометр баҫҡысы 5-10 градусҡа тиклем күтәреләсәк, республиканың көньяҡ райондарында иһә 15градусҡаса етәсәк.
Синоптиктар билдәләүенсә, иртәнге ваҡытта һәм көндөҙ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.




