Өфөлә автозаправка директорының хеҙмәткәрҙәргә ҡарата 500 мең һум күләмендә бурысы йыйылған

«Меркурий-Ойл» ЯСЙ-һының 37 йәшлек директоры хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә. Хеҙмәткәрҙәр ике айҙан ашыу эш хаҡы алғандары юҡ.

Фото №1 - Өфөлә автозаправка директорының хеҙмәткәрҙәргә ҡарата 500 мең һум күләмендә бурысы йыйылған

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, етәксе 2016 йылдың октябренән алып 2017 йылдың июненә тиклем 9 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләмәгән. Әйтергә кәрәк, ойошма иҫәбендә һәм кассала аҡса булған. Тик ул башҡа маҡсатта сарыф ителгән.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса танымаған. Бурысты ҡайтарыу өсөн уның «Kia Sportage» маркалы автомобиленә арест һалына. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ