18 апрель көнө йәштәр өсөн эш урындары йәрминкәһе уҙасаҡ. Сара Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге филиалында ойоштороласаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош менән таныша аласаҡ, шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән белгестәргә мөрәжәғәт итә аласаҡтар, тип хәбәр итәләр Өфө ҡала хакимиәтенән. Йәрминкәлә кадрҙарға мохтаж эш биреүселәрҙә ҡатнаша ала.
Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн эш биреүселәргә 2647151, 2424258 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сара Спартак урамы, 13 адресы буйынса үтәсәк. Уҙғарылыу ваҡыты: 10:30-12:00.
Фото: Интернет




