Спорт мәктәбендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡланған

Бишбүләк районының спорт мәктәбендә ойошторолған тикшереү барышында янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡланған.

Фото №1 - Спорт мәктәбендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡланған

Республика Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптә автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы системалары төҙөк булмай сыға. Шулай уҡ эвакуация юлдары ла ябыҡ була. Спорт залында инеп-сығыу юлдары селтәрҙәр менән эленгән. Кластарҙа һәм коридорҙа янғын хәүефһеҙлеге билдәләре булмай. Учреждение етәксеһенә иҫкәрмә яһала. Шулай уҡ административ эш ҡуҙғатыла.

Был осраҡ буйынса прокуратура эш башлағас, ҡайһы бер етешһеҙлектәр кисектерелә. Атап әйткәндә, янғын сигнализацияһын төҙөкләндерелә, эвакуация юлдары асыла һәм махсус билдәләр ҡуйыла.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ