Күмертауҙа яҙғы ташҡын сәбәпле урамдарҙы һәм юлдарҙы һыу баҫты.
Урындағылар әйтеүенсә, Невская урамында бындай һыу баҫыуҙар тәүгә түгел. Яҡын арала һыу йорттарға ла килеп етеүе ихтимал, тип хафалана улар.
«Беҙҙе бишенсе йыл рәттән һыу баҫа, бер ниндәй ҙә сара күрмәйҙәр. Айырыуса, Күмертау ҡалаһы Невская урамының 1 и 2 һанлы йорттары һыу эсендә ҡала. Бәләкәй торба аша һыу ағып китеп өлгөрмәй.Прокуратураға,хакимиәткә мөрәжәғәт иттек, тик әлегә яуап юҡ. Ярҙам һорайбыҙ», - тип Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы редакцияһына урындағы халыҡ мөрәжәғәт итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә Башҡортостанда туғыҙ йылғала һыуҙың ташыуы күҙәтелә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса,Салауат ҡалаһы һәм Табын ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башлаған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Ишембай һәм Мишкә райондары йылғаларында ла һыу ҡуҙғалған.
Төбәктә тәүлек әйләнәһенә эшләгән- 17 һәм ваҡытлыса булдырылған- 40 гидропоста ташҡынды күҙәтеү ойошторолған.





