Өфөнөң Цюрупа урамында ер убылып төшә

Цюрупы урамы, 100/1 йорто эргәһендә ерҙең өҫкө ҡатламы убылып төшөү осрағы теркәлде. Ваҡиға урынына «Өфө һыу селтәре» МУП-ы хеҙмәткәрҙәре килә.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итәүҙәренсә, был урында алдан ремонт эштәре башҡарылған. Әле был биләмәне ваҡытлыса ябып тороу буйынса ҡарар ҡабул ителгән.

Ерҙең убылып төшөү осрағы эҙемтәләре хаҡында өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәктәр. Шулай уҡ урындағыларҙан, ҡыштан һуң төҙөклөндереү талап иткән биләмәләр хаҡында хәбәр итеүҙәре һорала.