Дәүләт Хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Волопас»ЯСЙ-һында хеҙмәт ҡануниәте үтәлешен тикшерә.
Асыҡланыуынса, Өфө компанияһы етәксеһе үҙ хеҙмәткәрен дүрт йыл дауамында ялға ебәрмәгән. Шулай уҡ, элекке хеҙмәткәрҙе эштән сығарғанда, ҡулланылмаған отпуск өсөн компенсация түләмәгән.
Тикшереүҙән һуң, экс-хеҙмәткәргә тейешле сумма, бынан тыш, ваҡытында башҡарылмаған түләүҙәр өсөн компенсация түләнә. Ғәйеплеләр 41 мең һум күләмендә штраф ала.




