Армия ныҡлығы комиссариаттан башлана. Буласаҡ һалдаттарға ла тәү сиратта һеҙ үрнәк күрһәтергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың хәрби комиссариатына 100 йыл тулыуға арналған тантанала.
Илдең бер быуатлыҡ тарихында комиссариаттар ҙа юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Уның һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары ла тап хәрби комиссариаттар эшмәкәрлегенә бәйле. Республика ла граждандар мобилизацияһын ойоштороуға , буласаҡ һалдаттарҙы хеҙмәткә әҙерләү эшенә ҙур өлөш индерә. Төрлө йылдарҙа илдең иң һөҙөмтәле эшләгән хәрби комиссариаты исемен ала. Әле лә был традициялар яҡшы һаҡлана ,тине төбәк етәксеһе.
Әле Рәсәйҙең хәрби көстәре яңырыу осоро кисерә. Яңы төр ҡоралдар, заманса технологиялар, хәрби алымдар индерелә. Шуға ҡарамаҫтан, армия ныҡлығы тәү сиратта ябай һалдат. Быйыл да Башҡортостан граждандарҙы мобилизациялау буйынса ҙур йөкләмәләр алған. Яҙғы саҡырылышта ғына биш меңдән ашыу егетте әрме хеҙмәтенә оҙатыу бурысы ҡуйылған. Икенсенән, илдә күләмле хәрби уҡыуҙар көтөлә.




