"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе республика парламентына һайлау алды программаһын әҙерләй башланы. Сәйәси фирҡә ағзалары әйтеүенсә, реаль эштәр был юлы байтаҡҡа киңәйтелә. Бөгөн программаны тикшереү буйынса тәүге кәңәшмә үтте.
Унда төрлө ведомство вәкилдәре саҡырылды. Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, иҡтисадсылар һәм башҡа тармаҡ белгестәре. Был буласаҡ программаның ни тиклем киң булыуы тураһында һөйләй.




