Илдең ауыл хужалығы тармағында һөткә хаҡтар түбән, урындағы етештереүселәргә эре сауҙа селтәрҙәре аяҡ сала тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Ысынлап та, урындағы хужалыктарҙың ағын бөгөн һөт заводтары литрын 13-17 һум тирәһендә баһалай. Шуға ҡарамаҫтан, кибеттәрҙә ҡулланыусылар өсөн һөт хаҡы бер ҙә кәмемәй.
Күлтабан ауылындағы мегаферма тәүлегенә 10 тонна һөт һауа. Әле былтыр ғына етештереүселәрҙең сеймалы 18 һум менән һатылһа, быйыл хәл көтөлмәгәнсә киҫкенләште. Миҙгел етмәҫтән алда, ғинуар айында ук эшкәртеүселәр һәм һатып алыусылар хаҡты ике-өс тапкырға кәметте. Был иһә, йәнәһе лә уларҙың һаҡлау урындарында әҙер продукцияның күплеге һәм Беларуссия, Яңы Зеландиянан киптерелгән һөттөң индерелеүенә бәйле. Сифатлы булһа ла, һөт сеймалы менән эшләүгә карағанда, заводтарға киптерелгән һөт алыу күпкә отошлорак булып сыкты.
Күрше Урғаҙа ауылының һөт эшкәртеү цехы бөгөн 7 төр продукция етештерә, предприятиеның ҡеүәте көнөнә ике тонна һөт эшкәртә. Ә мөмкинлектәр киңерәк булғанда ул 6 тоннаны ла эшкәртә алыр ине, ти цех белгестәре. Тик әлеге лә баяғы һатыу проблемалы, эре сауҙа селтәрҙәренә улар ҙа инә алмай, ҡайҙалыр алыҫка, ситкә сығарыу файҙаһыҙ, тере һөттө һаҡлау ваҡыты өс көндән артмай.
Ситтән килгән һөт продукцияһын кыҫырыклап сығармайынса, урындағы етештереүселәр өсөн һөт табышлы тармаҡ түгел. Әлеге вакытта аҡты һатып алып өҫтәп һатыусылар һәм эшкәртеүселәр генә отошлараҡ позицияла.
Етештереүселәр өсөн хәл еңелдәрҙән түгел. Айырыуса яҙғы баҫыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү миҙгеле алдынан был предприятиеларҙы ҡатмарлы хәлгә куя. Етештереүселәр кредиттар, һалымдар һәм эш хаҡы буйынса йөкләмәләрҙе лә үтәй алмауы мөмкин. Хәлдең ошолай барыуы һөттө урамға сығарып түгеү йә эре малды ит комбинаттарына тапшырыу менән янаясаҡ. Бөгөн һөт тапшырыу менән йәшәгән ауыл халҡының бер өлөшө нимә эшләр? Әлбиттә, республика хөкүмәте хужалыктарҙы 4 һумдан субсидиялай. Ярҙам йәй көнө лә буласак тип вәғәҙәләй. Был ваҡытлыса сара, әлбиттә.
Ауыл хужалығында ла заман менән бергә атларға кәрәк, тигән фекерҙәрҙе ҡалдырмай белгестәр. Эш алымдарын, уның механизмдарын үҙгәртеү зарур. Ҡырсылыҡта бөгөн отошло культураларға өҫтөнлөк биреү, ә һөт һауыуҙа фәнгә таяныу, конкурентлыҡ мөмкинлектәрен арттырыу, бәлки сит илдең аналогтары кеүек кооперативтарға берләшеү ыңғай һөҙөмтәләргә юл асыр ине.




