Башҡортостанда эт һәм бесәйҙәрҙе һанаясаҡтар

Баш ҡалала берәҙәк эттәр өсөн приют төҙөләсәк. Әле уның проекты ҡарала. Бөгөн был хаҡта республиканың йәмәғәт палатаһы ултырышында билдәләнде. Ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандары кешеләр өсөн хәүеф тыуҙыра һәм уларҙың үрсеүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Ошо маҡсатта киләһе йылдан ил кимәлендә йорт хайуандарын, шул иҫәптән эт һәм бесәйҙәр иҫәбе анынасаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда эт һәм бесәйҙәрҙе һанаясаҡтар

Ҡала, ауыл урамдары берәҙәк эттәр менән тулы. Билдәле бер йәнһүрәттә эткә кире хужаһына ҡайтырға бүре ярҙамға килһә, хәҙерге заманда был эш менән махсус ойошмалар шөғөлләнә.

Өфө районының Миловка ауылы янында эттәр өсөн ҡунаҡхана бар. "Доброта" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы 2006 йылдан бирле эшләй.

Ольга Карушина, ирекмән: “Беҙгә эттәрҙе килтергәс тә уларҙы мал табибы ҡарай, паразиттарға ҡаршы прививка яһала, бестерелә”.

Приютта эттәр ун көн тирәһе йәшәй. Артабан улар кире иреккә ебәрелә, йә хужаһына ҡайтарыла. Ойошмала бер кеше генә хеҙмәткәр - Нина уларҙы ашата, ҡарай, шулай уҡ ирекмәндәр ярҙам итә.

Нина Иванова, приют хеҙмәткәре: “Беҙҙең приютҡа эттәрҙе хужалары үҙҙәре өйҙә булмағанда оҙайлы командировкаға китһәләр ҙә ҡалдырып тора. Эткә ашатыуҙы ла хәстәрләйҙәр. Килеп алғансы беҙ аҫырайбыҙ”.

Эттәр өсөн тәғәйенләнгән приюттар республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Берәҙәк эт һәм бесәй проблемаһы көнүҙәк һәм йәмәғәт палатаһы ошо мәсьәлә буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Йорт хайуандарын урамға сығарып ебәргән өсөн яуаплылыҡ юҡ. Улар үрсей, хужалары теләһә ҡайҙа ташлап китә. Ә һәр кем дә уларҙы ветеринарға йөрөтмәй, сөнки ул түләүле. Яҡынса бер мең һумдан 5 мең һумға тиклем. Республика ветеринария идаралығынан белдереүҙәренсә , был йәһәттән акциялар ойошторолоп тора, ташламалы- процедураларҙы ярты хаҡҡа эшләтергә мөмкин. Киләһе йылдан илдә йорт хайуандарын һәм эт, бесәйҙәрҙе иҫәпләү ойоштороласаҡ.

Һәр кешелә мал-тыуар булырға тейеш һәм ул учетта торорға тейеш. Эт, бесәй һәм башҡа малға ауырыу йоғоуы ихтимал. Шуға күрә улар контрольда булыуы хәйерлерәк. Был өлкәлә электрон ветеринар сертификацияһы индерелә.

Ленар Йыһаншин, республика ветеринария идаралығы бүлеге етәксеһе
Башбат

Ҡарауһыҙ ҡалған эттәр урамда өйөрө менән йөрөй һәм был йыш ҡына кешеләргә, бигерәк тә балаларға хәүефле. Бер нисә йыл элек Өфөнөң Орджоникидзе районында, Дәүләкән ҡалаһында балаларҙың эттән таланып һәләк булыу осраҡтары теркәлде. Эттән тешләнеү кеүек күңелһеҙ хәлдәр даими ҡабатланып тора. Урам эттәре һәм бесәйҙәренә ҡарта аяуһыҙ ҡыланыу осраҡтары ла мәғлүм. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында булды шундай хәл. Тимәк, кешеләрҙе эттәрҙән, ә эттәрҙе кешеләрҙән һаҡлау крәк. Ә бит берәҙәк эттәр өсөн һәр муниципалитеттҡа аҡса бүленә һәм был мәсьәлә урындарҙа хәл ителергә тейеш.

Тәҡдимдәр булыр, тип уйлайым. Беҙ уларҙы дөйөмләштереп протоколға индерергә һәм хөкүмәт ҡарамағына, район етәкселәренә еткерергә тейешбеҙ.

Рәсих Хәмитов, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Ҡарауһыҙ ҡалған эттәр өсөн приют төҙөү мәсьәләһе былтыр баш ҡала хакимиәтендә ҡаралды һәм билдәле булыуынса, әле уның проекты әҙерләнә. 500 эт һәм бесәйгә тәғәйенләнгән приют өсөн ҡаҙнанан яҡынса 130 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ