Ҡыҫалалар ҡайҙа ҡышлай?

Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Краснокама районында өс кешене ҡулға алды. Улар Ағиҙел йылғаһынан 1 200-гә яҡын ҡыҫала тотоуҙа ғәйепләнә.

Фото №1 - Ҡыҫалалар ҡайҙа ҡышлай?

Браконьерҙар законһыҙ эшмәкәрлек менән былтыр декабрҙән шөғөлләнгән. Алдан ҡыҫалалар күпләп йәшәгән урынды билдәләгән, мәке уйған һәм тыйылған боҙ аҫты ҡорамалдары урынлаштырған. Ә инде эләккән табыштарын Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү ҡалаларындағы кибет-ресторандарға оҙатҡан. Ҡулға алыныусыларҙың береһе, урындағы балыҡсылыҡ хужалығының промысла участкаһы етәксеһе булыуы асыҡланған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Браконьерҙарға биш йылға тиклем иректәренән мәхрүм ителеү янай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ