Тыуған моңдар

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан артистары сығыш яһаны. "Далан" фольклор-эстрада төркөмө һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәренә йырлы-моңло күстәнәстәрен бүләк итте.

Фото №1 - Тыуған моңдар

Төбәк башҡорттарының рухи донъяһы "Далан" төркөмө артистарына яҡшы таныш. Коллективтың етәксеһе Артур Туҡтағолов үҙә лә сығышы менән Ырымбур өлкәһенән. Көньяҡ Урал тамашасыһы Башҡортостан йондоҙҙарының хитҡа әүерелгән йырҙарын да, яңыларын да яратып тыңланы. Ғәзим Ильясовтың миллләттәштәренә мәрәжәғәте һәр кемдең күңелендә йылы хистәр уятты. Халыҡ артисы тамашасыларын дин, мәғрифәт юлынан тайпылмауҙарын һораны.

“Йыр яратҡан кеше бер ваҡытта ла ҡартаймай, шуның өсөн концерттарға йышыраҡ йөрөгөҙ. Концер ваҡытында популяр йырҙарҙы һорап запискалар ебәрҙеләр: “Болоттар ағыр инде”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ”, “Аҡ мамыҡтар”, “Алтын туй” кеүектәрҙе һорайҙар.

Ғәзим Ильясов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Артур Туҡтағоловтың дәртле көйҙәренә силәбеләр ҡушылып йырлап, бейеп тә алды. Тамаша аҙағында сәхнә йондоҙҙары силәбе халҡы менән яҡындан аралашты, бергәләп фото төштө һәм киләсәктә тағы ла сағыу сығыштары менән Көньяҡ Урал халҡын ҡыуандырасаҡтары хаҡында белгертте.

“Яҡшы бейейҙәр, йырлайҙар. Шулай килеп торһондар, беҙ ҡыуанып йөрөп торорбоҙ”.

Рәмил Юлмөхәмәтов, тамашасы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ