Йыл һайын төбәктә хакимиәт башлығы призына милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса ярыш үтә. Быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған бәйгегә Башҡортостандан тыш, Татарстан республикаһы спортсылары ла саҡырылды.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район етәксеһе Айҙар Суфиянов сәләмләне. Ул әлеге ваҡытта төбәктә спорттың 59 төрө үҫешеүен билдәләне. Шулар араһында көрәш айырыуса ҙур абруй менән файҙалана.
Алыштар бер юлы өс келәмдә барҙы. Бил бирмәҫ батырҙар 17 комплект миҙал өсөн көрәш алып барҙы. Ярыштарҙан ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә хужалар еңеүсе тип танылды. Икенсе, өсөнсө баҫҡыстарҙы Октябрьский ҡалаһы менән Шаран районы вәкилдәре бүлеште.




