Башҡортостанда тиҫтәләп йылға боҙҙан әрселгән

Бөгөн Салауат ҡалаһы һәм Ғафури районың Табын ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башлаған. Ошондай уҡ хәл Стәрлетамаҡ районында - Стәрле һәм Ашҡаҙар, Бишбүләктә - Дим, Ҡырмыҫҡалыла - Өршәк, Ишембайҙа - Тәйрүк, Ейәнсурала Ҡаҫмарт, Мишкә районында - Бөрө һәм Ҡыңғыр йылғаларында күҙәтелә.

Фото №1 - Башҡортостанда тиҫтәләп йылға боҙҙан әрселгән

Ҡайһы бер урындарҙа боҙ тығындарын иҫкәртеү маҡсатында уларҙы шартлатыу саралары ла күрелә. Һуңғы тәүлектә Өфөлә Ағиҙелдең 63, Саҡмағош районында Сәрмәсән йылғаһының 108 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән. Барлығы 300-ҙән ашыу участка һыу аҫтында ҡалған. Төбәктә ташҡын кимәле тәүлек әйләнәһенә гидропосттар һәм ваҡытлыса ойошторолған штаб хеҙмәткәрҙәре тарафынан күҙәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ