Павловка гидроэлектростанцияһы яҙғы ташҡынға тулыһынса әҙер. Республиканың иң ҙур һыуһаҡлағысында электр энергияһын генерациялау менән бер рәттән запас һыу туплау һәм йылға кимәлен көйләү мәсьәләһе лә хәл ителә. Әлегә бында оло һыу килеүе күҙәтелмәй. Плотина, турбиналарҙа ремонт эштәре күптән тамамланған.
Инженер гидротехниктар плотиналағы һыу кимәлен тикшерә, Павловка һыуһаҡлағысында ташҡын мәлендә был күрһәткестәр аҙнаһына бер тапҡыр алына. Зинфира Мамаева билдәләүенсә, гидроҡоролмалар оло һыуға тулыһынса әҙер. Крандар, затворҙарҙың эшләү мөмкинлектәре тикшерелгән, персонал өсөн йыл дауамында махсус уҡыуҙар, күнекмәләр ойошторолған.
Ҡар быйыл ҡыш аҙ булды, шулай ҙа был йылғалағы һыу ҙа тыныс булыр тигәнде аңлатмай. Көтөлмәгән хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында һыуһаҡлағыс хеҙмәткәрҙәре синоптиктарҙың фараздарынан тыш, уҙған йылдарҙағы ташҡын күрһәткестәрен дә иғтибар уңында тота. Бигерәк тә, 2004 йылғы мәғлүмәттәргә таянып эшләйҙәр. Әйткәндәй, алты тиҫтә йыл элек төҙөлгән гидроэлектростанция уҙған быуатта халыҡты тетрәндергән оло һыуға ла бирешмәй.
1979 йылда республикала иң көслө яҙғы ташҡын күҙәтелә. Ул ваҡытта ағым секундына 5370 кубометр тәшкил итә. Гидроҡоролмаларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн һыуҙы күпләп ташлайҙар. Һөҙөмтәлә яҡындағы ауылдар һыу аҫтында ҡала.
Киҫкен хәлде башҡаса булдырмау маҡсатында гидроэлектростанция хеҙмәткәрҙәре айырым график буйынса эшләй. Әлегә һыуҙы ебәреүсе затворҙар бикле тора, уларҙы көслө ағым ваҡытында ғына асыу ҡаралған. 15 апрелдән һуң ғына һыу кимәле контроль билдәне уҙыр тип көтөлә.
– Һыу ҡалҡһа крандар ярҙамында затворҙы күтәрәбеҙ һәм һыуҙы аҫҡа ебәрәбеҙ, - ти Павловка һыуһаҡлағысы хеҙмәткәре Рәил Хәбибов.
Диспетчер үҙәген икенсе төрлө гидроэлектростанцияның йөрәге тип тә йөрөтәләр, был осраҡлы түгел. Бында һыуһаҡлағыстағы барлыҡ процестар ҙа күҙәтеү аҫтында. Аҫҡы һәм өҫкө бьефтың кимәле, һыу тәрәнлеге, ағым тиҙлеге ниндәй - барыһы ла мониторҙа яҙыла.
Машина залында электр энергияһы етештерелә. Әлегә бында дүрт турбинаның тик икәүһе генә тулы ҡеүәттә эшләй. Был һыу ағымының секундына 160 кубометр килеүенә бәйле, яҙғы ташҡын мәлендә күрһәткес дүрт-биш тапҡырға артыуы мөмкин. Ул ваҡытта турбинадарҙың барыһы ла эшләй башлаясаҡ
Йәғни, гидроэлектростанция сәғәтенә 200 мегаватт энергияны селтәргә ебәрәсәк. Сағыштырып ҡарағанда, йылына уртаса күрһәткес 590 миллион киловатт тәшкил итә. Был ток менән яҡындағы ауылдар, Өфө һәм Силәбе өлкәһе тәьмин ителә.




