Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Президиум ултырышында белдерҙе.
Ултырышта билдәләнеүенсә хәҙерге ваҡытта бюджетты бүлеү программаға ярашлы бара. Быйыл архив эше һәм сауҙа үҫеше буйынса ике яңы программа эшләй башлаған. Әммә дәүләт программаларының йөкмәткеһен камиллаштырыу мөһим, уларҙың күбеһе һөҙөмтәле эшләмәй тип әйтергә мөмкин. Ҡаралған сараларҙың яҡынса 15 проценты тормошҡа ашырылмай. Субсидияларҙы, йә бүленгән аҡсаларҙы ваҡытында үҙләштермәү хаҡында ла һүҙ барҙы. Ҡайһы бер министрлыҡтар финанстарҙы тотоноп өлгөрмәй, һөҙөмтәлә аҡсаны кире ҡайтарырға тура килә.
Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса ла яңылыҡтар бар. Әле уларҙың сиктәрен асыҡлау, теркәү бара. Сөнки тәбиғәт һәйкәлдәренең барыһы ла тиерлек Советтар Союзы осоронда, йәғни 1965 йылдан башлап 1985 йылға тиклем булдырылған. Шул ваҡыттағы закондарға ярашлы биләмәләрҙең майҙаны аныҡ билдәләнмәгән. Әле республикала 182 тәбиғәт һәйкәле иҫәпләнә, иҫәпкә алыуҙан һуң улар кәмегән. Сөнки ҡайһы бер объекттар реестрға ике тапҡыр ингән. Хәҙер махсус һаҡланған биләмәлә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡылары бергә һанала.




