Өфөлә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" федераль проектының үтәлеше буйынса фекер алышынды.
Башҡортостан юл төҙөү һәм ремонтлау буйынса илдә иң алдынғы төбәктәр иҫәбенә сыҡты. Быйыл Өфөлә генә 52 урамда юл ҡатламын яңыртыу ҡаралған. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проектында ҡатнашыу йыл һайын транспорт инфраструктураһын камиллаштырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү тигән һүҙ, шул уҡ күләмдә федераль үҙәктән дә сығымдар бүленә. Һөҙөмтәлә 2025 йылға тиклем 18 милиард һум тотоноу ҡарала. Тәү сиратта төҙөкләндереләсәк юл участкаларын урындағы халыҡ үҙе һайлап алырға тейеш. Был проекттың төп шарты.
Юлсылар кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар бөгөн шулай уҡ Салауат ҡалаһының битум предприятиеһына ла сәфәр ҡылды. Бында асфальттың төп компоненты етештерелә. Уның сифатын контролдә тотоу буйынса бай тәжрибә һәм матди-техник база тупланған. Битум йәмғиәтенең лабораторияһы йыһазландырыу кимәле буйынса илдә иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Асфальттың сифаты битум ҡатнашмаһына бәйле. Юлдар оҙайлы ваҡыт хеҙмәт итһен өсөн тап ошо ҡатнашманы урындағы тәбиғәт шарттары буйынса етештереү талап ителә. Йыл һайын тикшереү үткәреп асфальтты уның һөҙөмтәләренән сығып әҙерләү мөһим тип билдәләнде кәңәшмәлә.




