Фәнгә бағышланған ғүмер

Ғайса Хөсәйеновҡа 90 йәш. Оло юбилейға арналған кисә бөгөн Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үтте. Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, халыҡ яҙыусыһы, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Халыҡтар дуҫлығы", Почет ордендары кавалеры. Ғайса Батыргәрәй улының хеҙмәте бик күп юғары исемдәр менән баһаланған. Әммә уның төп байлығы китаптары, тел ғилеме буйынса фәнни хеҙмәттәре, әҙәби әҫәрҙәре.

Фото №1 - Фәнгә бағышланған ғүмер

Билдәле шәхестәр тураһында күп яҡлы талант эйәһе тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Ә Ғайса Хөсәйенов хаҡында һүҙ барғанда был баһалама ла аҙ һымаҡ. Әҙәбиәтсе, телсе, яҙыусы, фольклорсы, тәнҡитсе. Ғайса Батыргәрәй улы быуындар бәйләнешен һаҡлаусы, халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫтын, милли-мәҙәни ҡомартҡыларын киләһе быуындарға тапшырыусы. Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

“Беҙҙең фонд бар. Унда бөтә иҫке китаптар, ҡулъяҙмалар йыйылған. Ул 50-се йылдарҙан Ғайса Батыргәрәй улы һәм уның коллегалары тарафынан йыйылды һәм бөгөнгө көндә ул башҡорт мәҙәниәте буйынса иң ҙур һәм билдәле сығанаҡ. Әгәр ҙә Ғайса ағайҙар 6 томлыҡ башҡорт әҙәбиәтен эшләмәһә, башҡорт әҙәбиәте тарихын кем белер ине? Ғайса ағайһыҙ әҙәбиәт тарихы, мәҙәниәт тарихы, фольклор тарихы булмаҫ ине”.

Фирҙәүес Хисамитдинова, филология фәндәре докторы, профессор

Ғайса Хөсәйенов йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт, тарихи проза өлкәһендәге роман-повестар, парсалар авторы. Әҙәбиәт аҡһаҡалы ғүмер буйы эҙләнеүҙәр юлында була, шул уҡ ваҡытта ул фәнгә килгән йәштәр өсөн дә ваҡыт таба, ғалимдың ҡул аҫтында бер нисә быуын диссертациялар яҡлай. Оло йәрәкле остаз, тынғыһыҙ ғалим. Ғайса Хөсәйенов тормоштоң бар йәмен эштә таба.

“Ғайса ағай ул иҫ киткес кешелекле кеше, тоғро, баҫалҡы. Эштән башҡа берәй әйбер беләме икән? Ул тормоштоң рәхәтлектәрен күреп йәшәргә ынтылмай. Ул бөтөн рәхәтлекте хеҙмәттәрендә күрә. Бындай кеше менән оҙаҡ йылдар бергә эшләүе минең өсөн оло бәхет”.

Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Йылдар үтә, заман үҙгәрә. Әммә Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәттәре әһәмитен юғалтмай. Йәштәр бөгөн дә уның китаптары буйынса белем ала, фән серҙәренә төшөнә. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тиҙәр ғалим хаҡында.

“Мәктәп өсөн бик күп дәреслектәр, программалар төҙөгән һәм бөгөнгө көндә лә яңы стандарттарға ҡалыплашып яһалған әйберҙәр нигеҙендә Ғайса ағайҙың хеҙмәттәре ята. Шуның өсөн ул бик күп уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да остазы булып тора”.

Ғәлимә Ғәлина, филология фәндәре кандидаты
Башбат

Аҡһаҡал оло юбилейын да эш өҫтөндә ҡаршылай, әммә бар серҙе лә асырға ашыҡмай. Фәнни хеҙмәт ҡабаланғанды яратмай, төплө, етди ҡараш талап ителә, ти ул.

“Әле яҙған әйберҙәрем бар, уларҙың исемдәрен әйтергә ҡыймайым. Әҙәбиәт ул, беҙҙең боронғо тормош тураһында. Нисегерәк килеп сығыр – әлегә белмәйем”.

Ғайса Хөсәйенов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Ғайса Хөсәйеновтың йәштәргә лә әйтер һүҙе шул, асыштарҙы тырыштар, ныҡышмалдар ғына яһай. Фән тоғролоҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт талап итә. Был хаҡлыҡты арҙаҡлы ғалим һәм яҙыусы үҙ миҫалында иҫбатлаған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ