Өфөлә авария хәлендәге йортта йәшәүселәрҙе башҡа йорттарға күсерә башланылар

Ҡаланың Коммунистик урамы 47-се һанлы күп фатирлы йортты авария хәлендә тип танынылар. Әле йортта йәшәүселәрҙе башҡа фатирҙарға күсерә башланылар.

Фото №1 - Өфөлә авария хәлендәге йортта йәшәүселәрҙе башҡа йорттарға күсерә башланылар

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, йортта йәшәүсе Анастасия Макароваға ҡаланың бер биҫтәһенән фатир тәҡдим итәләр. Әммә мөмкинлеге сикләнгән ханымды был тәҡдим ҡәнәғәтләндермәй.

Ғариза биреүсегә Геологтар урамы, 53 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң өсөнсө ҡатынан фатир тәҡдим итәләр. Авария хәлендәге йортта йәшәүселәрҙе күсереү дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ