Башҡалала мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус ҡулайламалар урынлаштырыуға айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, махсус баҫҡыс яндауырҙары, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре ҡуйыла.
10 апрель көнө хеҙмәткәрҙәрҙе ярҙамға саҡырыу төймәһен йолҡоп алыу буйынса осраҡ теркәлә, тип хәбәр итәләр Өфө хакимәтенән. Ваҡиға «Иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү хеҙмәте» бинаһында була.
Осраҡ буйынса төҙөлгән ғариза полицияға тапшырыла.




