Ҡариҙел районында сыҡҡан янғында ике кеше һәләк була

Шаршамбы иртәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дежур хеҙмәтенә ағас йорт яныуы хаҡында хәбәр итәләр. Ваҡиға Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында теркәлә.

Фото №1 - Ҡариҙел районында сыҡҡан янғында ике кеше һәләк була

Ваҡиға урынына 19 ҡотҡарыусы һәм туғыҙ берәмек техника ебәрелә. Бер биләмәлә ике ағас йорттоң яныуы асыҡлана.

Фото №2 - Ҡариҙел районында сыҡҡан янғында ике кеше һәләк була

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса , янғында 58 йәшлек ир һәм 91 йәшлек инәй һәләк булған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ