Иглин районы Көньяҡ йүнәлешенең 4 километрында Иглин ҡасабаһын урау юлы тулыһынса транспорт хәрәкәтенән сикләнде. Был турала Республика дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.
Был сикләү, ирегән ҡар һыуының юл аша ағып сығыуына бәйле. Әлеге ваҡытта Иглин ҡасабаһының Чапаев-Терешкова-Ленин-Якутов урамдары аша был биләмәне урап үтеү ойошторолған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн республикала һауа торошоноң 15 градусҡаса йылытыуы көтөлә. Ҡарҙың иреүе йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерҙе. Төбәктең 35 районынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, ташҡын сәбәпле, йорттарҙың һәм юлдарҙың һыу аҫтында ҡалыуы тураһында барлығы 403 осраҡ теркәлгән.
Килеп тыуған хәл буйынса коммуналь, юл, авария һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре тейешле сара күрә.





