Башҡортостандың Федераль именлек хеҙмәте Өфөлә йәшәүсе ике иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Һайлау участкаларында теракт ойошторорға йыйыныуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ,ил Президентын һайлау көнөнә дүрт көн ҡалғас, ҡулға алалар.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә йәшәүсе 44 һәм 23 йәшлек ирҙәр оҙайлы ваҡыт 18 март көнө һайлау участкаларында террористик акт ойошторорға әҙерләнгән. Шартлауға әҙерлек буйынса эштәр йәшерен рәүештә бара. Бәхеткә, 14 март Федераль именлек хеҙмәте тарафынан енәйәтселәр ҡулға алына.
Ҡулға алыныусылар, илдәге сәйәси хәл-торошто болғауға йүнәлтелгән төркөм ағзалары. Уларҙың йәшәү урындарында ҡулдан эшләнгән шартлатыу ҡоролмалары, шулай уҡ ҡылынасаҡ теракттың яҡынса урыны билдәләнгән Өфө ҡалаһының картаһы табыла. Әле ҡулға алыныусылар һаҡ аҫтына алынған.




