Хәбәрһеҙ юғалған 44 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған

Белорет районында хәбәрһеҙ юғалған 44 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе яҡындағы урманда табыла.

Фото №1 - Хәбәрһеҙ юғалған 44 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған

Башҡортостанда 10 ғинуарҙа хәбәрһеҙ юғалған Сергей Чикулаевты эҙләү эше туҡтатылды. Уның үле кәүҙәһен өйөнән ике-өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан урманда табалар. Әлеге ваҡытҡа үлем сәбәбе асыҡланмаған. Тикшереү эше бара, тип хәбәр итте Сергей Чикулаевтың ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуар көнө Сергей өйөнән сығып китә һәм шунан алып яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмай. Үҙе менән документтарын да, телефон да, аҡса ла алмай. Туғандары уны Магнитогорск ҡалаһына юлланған тип уйлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ