Башҡортостанда бензиндың "Евро 6"стандартлы яңы төрөн етештерә башланылар. Тәүгеләрҙән булып инновацион продукттың сифатын "Башнефть" компанияһы автозаправкалары клиенттарыбаһаланы.
Яңы АИ-95 "Евро 6" яғыулығы оҙайлы ваҡыт компанияның яҡшы белгестәре тарафынан әҙерләнә. Кисә яңы яғыулыҡ сәнәғәт ҡулланышына ебәрелде һәм бөгөн ул башҡаланың "Башнефть" автозаправкаларында ҡулланыла башланы. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, бензиндың яңы төрө автомобилгә ыңғай йоғонто яһай.
Республиканың Экология министрлығы нефтселәрҙең эшен баһалап та өлгөрҙө. Министерствола билдәләнеүенсә, бензиндың "Евро 6" яңы төрө төбәктең экологик торошона ыңғай тәьҫир итеүе мөмкин.




