Бөгөн ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә лә ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе, генерал-полковник Александр Колмаков менән осрашыуҙа был ойошманың йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын телгә алды. Башҡортостан элек вертолет, парашют спортындағы уңыштары менән билдәле була. Был данды әле лә ҡайтарыу мөмкинлектәре бар. Ошо тәңгәлдә Кумертау вертолеттарын да ҡулланырға мөмкин, тине Республика Башлығы. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, улар күберәк матди-техник база, идара системаһы менән бәйле.
ДОСААФ-тың Башҡортостан бүлексәһе район-ҡалаларҙағы 50-гә яҡын ойошманы үҙ эсенә ала, 11 автомәктәп, 3 авиация ойошмаһы иҫәпләнә. Белем биреү усаҡтарында 23 йүнәлеш буйынса уҡытыу алып барыла. Өс ай эсендә генә 2 мең ярым тирәһе кеше танытма алған. Егеттәрҙе әрмегә әҙерләү буйынса эшмәкәрлек яйға һалынған. Килешеү хәрби-патриотик тәрбиә биреү, матди-техник базаны нығытыу, йәштәрҙең сәләмәтлеген нығытыуға арналған сараларҙы ойоштороу эшен тағы ла яҡшыртыр тип көтөлә. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының тест үҙәген, спорттың техник төрҙәре полигонын булдырыу хаҡында ла һүҙ бара.




