Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирәсәк.
Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәт Самедов муниципаль берәмектәрҙең мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһында белдерҙе. Наградалар Гагарин олимпиадаһында әүҙем ҡатнашҡан төбәктәргә тапшырылды. Сарала Рәсәй геройы, летчик-космонавт Сергей Ревин да ҡатнаша. Гагарин кубогына олимпиадала быйыл республиканан 122 мең уҡыусы үҙ белемен һынап ҡараған. Был балалар ҡатнашлығындағы иң күләмле сара тип әйтергә мөмкин. Элек олимпиада башланғыс һәм урта синыф араһында ғына уҙһа быйылдан унда өлкән синыфтар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Киләсәктә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ла олимпиада еңеүселәренә өҫтөнлөк бирергә уйлай. Йәғни, Гагарин кубогында еңеүселәргә уҡырға ингәндә өҫтәмә 10, призерҙарға 7 балл ҡуйыла. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был бик шәп стимул. Икенсенән, олимпиада патриотик тәрбиә биреү, техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән дә бик мөһим.
Мәләүездәр өсөн бөгөнгө сара икеләтә әһәмиәтле, иртәгә төбәктә Гагарин паркы асыла. Унда Йыһан киңлеген иңләгән ҡунаҡтар саҡырылған. Космонавтика көнө айҡанлы батырлыҡ дәрестәре лә ойошторола. Уҡыусыларҙың йыһан серҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы арта, быйыл олимпиадала ике меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты, ти улар.




