Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды

Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә тантаналы ултырыш үтте.

Фото №1 - Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды

Әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ район комиссиялары ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Улар тарафынан былтыр 1 меңдән ашыу бәлиғ булмаған бала һәм 1 344 ғаилә социаль хәүеф хәлендә тип танылған. Үҫмерҙәр араһында енәйәтселекте иҫкәртеү, ғаилә эсендәге ҡыйырһытылыуҙан, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яҡлау йәһәтенән дә бындай комиссияларҙың әһәмиәте ҙур. Тантаналы ултырышта айырыуса уңышлы эшләүсе комиссия ағзаларына Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Бөрйән районы хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзалары ла бар. Төбәк йыл һайын йәш быуын араһында енәйәтселекте иҫкәртеү йәһәтенән республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй.

“Бында беҙ бөтәбеҙ ҙә бергә эшләнек. Бигерәк тә райондың мәғариф бүлеге, уҡытыусыларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте, ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге. Комиссияла 15 кеше бар икән, уларҙың һәр береһе төрлө бүлектәрҙән йыйылған кешеләр”.

Гөлдәр Йомағолова, Бөрйән районы хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзаһы

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ