"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең “Халыҡ контроле” проекты халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙе үҙ күҙәтеүе аҫтына ала

Ошо көндәрҙә тәүге тапҡыр Баймаҡ ҡалаһының эре селтәрле аҙыҡ-түлек магазиндарында, кафе, дарыуханаларҙа һатылған продукцияның сифаты тикшерелде.

Фото №1 - "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең “Халыҡ контроле” проекты халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙе үҙ күҙәтеүе аҫтына ала

Был сара районға халыҡ контроле федераль партия проектының төбәк координаторҙарынын килеүе менән билдәләнде. Баймакта һәм республиканын 5 төбәгендә беренсегә муниципаль ара бәхәс майҙансығы үтте. Унда сакырылған фиркә ағзалары, 5 район вәкилдәре араһында Рәсәй Президентынын мөрөжәғәтнәмәһен тикшереү, көслө дәүләт төҙөү өсөн ниндәй ҡиммәттәр өҫтөнлөклө булырға тейеш тигән темаға кыҙыу бәхәстәр булды.

“Беҙ студенттарҙы, йәштәрҙе алға алып барырға тейешбеҙ. Улар нимә эшәй, ҡайҙа ҡатнаша, ниндәй еңеүҙәргә өлгәшә? Һәм ошондай актив йәштәрҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҫтерергә тейеш”.

Даян Солтанғужин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары

Ә көндөң икенсе яртыһында халык контроле проектын тормошка ашырыусылар кала сауҙалары буйлап рейдка сыкты. Уның барышында магазиндарҙа тауарҙарҙың дөрөҫ урынлаштырылмауы, хәләл ризыҡтарҙы сусҡа итенән етештерелгән аҙыҡ-түлек менән бергә һаҡлау кеүек етешһеҙлектәргә иғтибар бирелде. Комиссия ағзалары шулай уҡ һатыуҙа иҫкергән аҙыҡ - түлектең булыуын да асыҡланы. Улар шунда уҡ магазин кәштәләренән алынды. Халыҡ контролерҙары магазиндарҙа һаклау срогы үткән, каптарында этикеткалары булмаған, ватык консерва продуктары булыуын, икмәк-булкаларҙың махсус капсыктарҙа һаҡланмауын асыҡланы.Ҡыҙғанысҡа, бер нисә минут эсендә тауарҙар арбаһы файҙаланыуға яраҡһыҙ ризыҡтар менән тулды. Артабанғы ойошма дарыухана ине ,бында тауарҙарҙың маркировкалары булмауы күҙәтелде.Уларҙы тиҙ арала кәштәләрҙән алыу талап ителде.Ә инде кафеларға килгәндә етешһеҙлектәр булманы.Унда лицензияһы,аҙыҡ түлектен дөрөҫ һаҡланыуы тикшерелде.

“Федераль сауҙа селтәрҙәренәге һатыу барышына килгәндә, күҙгә ташланған тәртип боҙоу осраҡтары араһынан урындағы продукция булмағанлығы, сифат боҙоу, дөрөҫ һаҡламау күҙәтелә. Бөтә етешһеҙлектәрҙе лә беҙ магазин етәкселегенә еткерҙек”.

Гөлнур Ҡолһарина, "Халыҡ контроле" федераль партия проекты төбәк координаторы

Рейтингтың йомғаҡтарына килгәндә Баймаҡ ҡалаһының аҙыҡ-түлек селтәрҙәрендә һатылған тауарҙарҙың күп өлөшө сит илдәрҙә һәм өлкәләрҙә етештерелгән,мәҫәлән беҙ ашаған кәбеҫтә -Израилдан, картуф-Мысырҙан булып сыкты ,йомортҡалар- Төмән өлкәһенән . Магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең булмауын билдәләне белгестәр .Киләсәктә ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү, аҙыҡ-түлек сифатын күҙәтеү, Башҡортостан продукцияһын етештереүҙе яйға һалыу -был рейдтыңтөп йомғағы булды.

Башбат

Автор: Гөлдәр Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ