Яҙғы ташҡын

Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелә. Республиканың 35 районында 400-ҙән ашыу йорт һәм ихата һыу эсендә ҡалған. Иң юғары күрһәткес Туймазы районының Өҫән йылғаһында теркәлгән. Ул 144 сантиметрға күтәрелгән.

Һуңғы тәүлектә Ағиҙел, Таналыҡ, Сәрмәсәндең дә ярҙарынан сығыуы күҙәтелә. Ә бына Ишембай районында ҙур һыу, киреһенсә, китә башлаған. Республика йылғаларында яҙғы ташҡынды булдырмау саралары дауам итә. Ҡотҡарыусылар ташҡын хәүефе юғары булған участкаларҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған. Был видеояҙма Бөрйән районында төшөрөлгән. Унан күренеүенсә, саперҙар Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһындағы боҙҙо шартлата.

Автор: Фәниә Юланова.