Нефтекама ҡала дауаханаһына менингококк инфекцияһы бактериялары табылған тағы ла биш бала килтерелгән

Әммә ауырыу асыҡланмаған. Был хаҡта беҙҙең хеҙмәткә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Фото №1 - Нефтекама ҡала дауаханаһына менингококк инфекцияһы бактериялары табылған тағы ла биш бала килтерелгән

Балалар медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә буласаҡ. Табиптар менингиттан дауаланыусы 10 йәшлек ҡыҙҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай. Ауырыу еңел формала үтә. Дауалау учреждениеһына зарарланыусылар менән контактта булған тағы ла ике сабый килтерелгән. Уларҙа сир табылмаған.

“Ике балала көслө температура, уларҙың менингококк анализы кире. Бактерия йөрөтөүсе биш кеше госпитализацияланған, улар күҙәтеү аҫтында”.

Айгөл Абдуллина, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ