Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ойоштороу йәнә көн ҡаҙағына сыға. Был юлы ул Республика Башлығы ҡул ҡуйған концепция менән нығытылды. Документ 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән. Өс йыл эсендә Башҡортостанда кооперациялар һанын 450-нән арттырыу бурысы ҡуйыла.
Учалы айраны, Саҡмағош балы, Ҡырмыҫҡалы ярымфабрикаты. "Агропродукт" кооперацияһына әлеге ваҡытта республиканың 11 районы берләшкән. Һәр хужалыҡ үҙ тауарын ҡайҙалыр ситкә ебәрмәй, ышаныслы ҡулдарға тапшыра. Ҙур аҙымдар менән булмаһа ла, ҡуйған маҡсаттар яйлап тормошҡа аша, ти кооператив ағзалары.
Халыҡҡа тап аҙыҡ-түлектең сифаты кәрәк тә инде. "Агропродукт" кооперацияһы ойошоуға күп ваҡыт та үтмәгән. Шулай ҙа үҙ сауҙа нөктәләре барлыҡҡа килгән. Өфө ҡалаһы һәм районында ғына улар хәҙер бишәү.
Кооперацияға берләшкән аулы хужалыҡтарының берҙәм эше сауҙа кәштәләренән күренә. Продукцияның ниндәй генә төрө юҡ. Колбаса изделиеларын ғына миҫалға алғанда, улар биш тиҫтәнән ашыу. Ҙур предприятие тауарҙарынан бер ҙә айырылмай. Хатта, фермерҙарҙыҡы күпкә сифатлыраҡ, арзаныраҡ та.
Март айында ҡабул ителгән концепцияға ярашлы, 2020 йылға тиклем республикала 450-нән дә кәм булмаған ҡулланыусылар кооперацияһы эшләргә тейеш. Әлеге ваҡытта улар 114-кә еткән. Шуларҙың 14-е быйыл ойошҡан. Ләкин, төбәктең ҡайһы бер хужалыҡтары кооперативҡа берләшеүгә ятһынып ҡарай. Колхоз-совхоз заманы тарҡалғандан һуң, барлыҡҡа килгән хужалыҡтар бөгөн үҙҙәре генә эш итеп өйрәнгән. Берләшеүгә ышаныстары юҡ. Республика Башлығы Указы кооперацияның мөһимлеген билдәләй.
Кооперацияға берләшеү көн талабына сығарылды. Әлеге ваҡытта Мәләүез, Баймаҡ, Борай, Ғафури кеүек район хужалыҡтары әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың теләге бер. Бәләкәй фермерҙарҙың йәшәү хоҡуғын булдырыуҙан тыш, үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән таҙа, зыянһыҙ ризыҡтар, тауарҙар менән тәьмин итеү. Был йәһәттән Борай районында йәшәүсе Әхләф Зарипов "Хәләл" продукцияһын етештереүҙе яйға һалған. Йүнсел үҙ эшенә ауылдаштарын йәлеп итеп, рәсми теркәлгән кооператив булараҡ эшләй.
Ә бит тәүҙә фермер эшкәртелгән итте үҙе үк халыҡҡа таратып йөрөгән. Хәҙер хәл башҡа бролош алған. Продукцияны етештереп өлгөр генә.




