Яҙғы баҫыуҙа

Хәйбуллала агрономдар семинары үтте. Ауыл хужалығы эшсәндәре ҡар иреп бөтмәҫ элек яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек кимәлен барлап, тупраҡты эшкәртеүҙә яңы ысулдар, заманса гибридтар һәм ашламалар ҡулланыу хаҡында тәжрибә уртаҡлашты.

Фото №1 - Яҙғы баҫыуҙа

Семинарҙың Яңы Украинка хужалығы базаһында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Бында районда иң уңышлы эшләгән фермер хужалығы бар. Погореловтар яҙғы сәсеү эштәренә тулыһынса әҙер. Техника яңыртылған, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм орлоҡтар алдан хәстәрләнгән.

“Беҙ игендең йомшаҡ һәм ҡаты сорттарын сәсәбеҙ, һоло, арпа үҫтерәбеҙ, йөҙ гектарҙа етен сәсергә иҫән тотабыҙ”.

Юрий Погорелов, фермер

Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ яңы төр үҫемлектәр һәм заман технологиялары менән дә танышты. Бындай автоүлсәүҙәр райондың ике хужалығында ғына бар. Аграрийҙар шулай уҡ сәскестәр һәм орлоҡ таҙартыусы ҡорамалдарҙы ла ҡыҙыҡһынып өйрәнде.Ҡыш ҡар әҙ яуһа ла, аграрийҙар быйылғы йылдан яҙғы һәм йәйге яуым-төшөмгә таянып, мул уңыш алырға иҫәп тота. Районда шулай уҡ ерҙәрҙең уңдырышлығын арттырыу программаһы ла тормошҡа ашырыласаҡ.

“Сәсеү майҙандары беҙҙә үткән йыл кимәлендә һаҡланасаҡ. Районда ерҙең уңдырышлығын күтәреү буйынса программа раҫланды. Һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индереү мөмкинлеге лә ҡаралды”.

Галина Шалашова, Хәйбулла районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ