Бал ҡорттарына ревизия

Иглин районы умартасылары бал ҡорттарына ревизия яһай. Районда 15 меңдән ашыу ҡорт ғаиләһе иҫәпләнә. Нәҙекәйбилдәр 500 ашыу хужалыҡта аҫрала. Райондың умартасылар йәмғиәте рәйесе белдереүенсә, бал ҡорттары ҡышты яҡшы сыҡҡан.

Талха Ғәлләмов Иглин районының иң өлкән һәм абруйлы умартасыларының береһе. Ул яратҡан шөғөлөндә алты тиҫтә йылдан ашыу. Быйыл ҡорт ояларын яланға апрель башында сығарған. 150 баштың ни бары бишәүһе генә зыянлаған. Һалҡын һәм көслө ел шарттарында бал ҡорттарын ышыҡлар өсөн махсус ҡорамал - мөйөшлө сатыр ҡулланыла.

“Антибиотиктар менән ҡулланғаным юҡ. Ҡорттар үҙҙәре бер-береһен ҡарай. Умартала таҙалыҡ ҡына булдырырға кәрәк”.

Талха Ғәлләмов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Ләмәҙ ауылынан 3 -4 саҡрым ситтә урынлашҡан Рәшит Аҙнабаевтың умарталығында ла ҡыҙыу эш ҡайнай. Бал ҡорттары ғаиләһе иҫәпкә алына. Улар бал йыйыр мәлгә еткерелһен өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырыла.

Ҡырғыс һәм төтөнлөк умартасының төп хеҙмәт ҡоралы. Был умарталыҡта 500-ҙән ашыу ҡорт ғаиләһе бар. Рәшит Аҙнабаев белдереүенсә, быйыл бөтә ҡорттар ҙа имен ҡышлаған. Профессиональ умартасы быны яҡшы тәрбиә һәм ваҡытында дауалап тороуы менән аңлата.

Рәшит Аҙнабаев килемле кәсепкә 38 йыл элек тотона. Быйыл бал ҡорттары бер ниндәй юғалтыуһыҙ ҡыш сыҡҡан. Ҡорт ояларын йүкә мендәрҙәр менән ҡаплай. Өҫтөнән артыҡ дым булмаһын өсөн гәзит менән яба. Хәлһеҙерәктәренә йылы һаҡланһын өсөн фанер пластинкалар ҙа өҫтәй. Варатоз сиренә ҡаршы ҡытай пластинкаларын ҡуллана.

“Быйыл ҡорттар 100% ҡышланы, барыһы ла иҫән, ризыҡтары бар. Тейешле шарттар булдырһаң барыһы ла яҡшы буласаҡ”.

Рәшит Аҙнабаев, Ләмәҙ ауылының профессиональ умартасыһы

Иглин умартасылары өсөн иң хәүефле нәмә - ул районға сит -ят ҡорттарҙы индермәү һәм ауыр сир варатоға ҡаршы көрәш. Был юҫыҡта ла Иглин умартасылары берҙәм һәм ойошҡан рәүештә эш итә. Улар бөтәһе лә умартасылар йәмғиәте ағзалары. Ҡыш көнө бал ҡорттарын тәрбиәләү һәм дауалау буйынса махсус уҡыуҙарға йөрөй. Ҡатмарлы һәм бәхәсле мәсьәләләрҙе лә бергәләп хәл итәләр.

“Әлеге ваҡытта умарталарҙы тышҡа сығарыуҙы бөтөрөп киләбеҙ. Көндәр йылынғас, һәр бер умарта күсен яңы умарталарға күсерәсәкбеҙ”.

Фәнил Ғилметдинов, Иглин районы умартасылар йәмғиәте рәйесе

Иглин умартасылары һуңғы өс йылда йүкә сәскәһенән мул уңыш ала алмаған. Әммә быйылға йәйгә улар ҙур өмөттәр бағлай. Сөнки тауар балы етештереү һәм һатыуға сығарыр өсөн районда ҙур мөмкинлектәр бар.

Автор: Гүзәл Борханова.