Республика башлығы менән әңгәмә

19 апрелдә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк. Иртәгәнән алып һәр кем колл-үҙәккә шылтыратып, мөрәжәғәттәрен ҡалдыра ала.

Фото №1 - Республика башлығы менән әңгәмә

Былтыр Республика Башлығы менән әңгәмә тура эфирҙа өс сәғәт дауам иткәйне, ул ваҡытта барлығы 10 меңдән ашыу һорау ҡабул ителде. Күп каналлы телефондан тыш, электрон хат, социаль селтәрҙәр, whatsApp, Viber, Telegram мессенджерҙары аша ла төбәк етәксеһенә мөрәжәғәттәр еткерелә.

Халыҡты ниндәй һорауҙар ҡыҙыҡһындыра, нимә борсой?! Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Быйылғы һөйләшеү иҫәп буйынса һигеҙенсеһе буласаҡ, был традиция 2010 йылдан алып боҙолмай. Былтыр Башҡортостан халҡынан ун меңдән ашыу һорау килә, уларҙың яртыһы тиерлек күп каналлы телефон аша ҡабул ителә. Иртәгә Өфөлә колл-үҙәк үҙ эшен башлай. Операторҙар 19 апрелдә төнгө сәғәт унға тиклем халыҡ менән бәйләнештә буласаҡ.

“Беҙ бөтәбеҙ ҙә башҡорт телендә матур һөйләшәбеҙ, шуға күрә республика халҡы беҙгә рус, башҡорт һәм татар телендә һорауҙар бирә ала”.

Лиана Вәкилева, колл-үҙәк хеҙмәткәре

Мобиль телефон булһынмы, стационармы - Берҙәм федераль һандарға илдең һәр мөйөшөнән дә шылтыратыу - бушлай. Провайдер техник яҡтан тәьминәт юғары кимәлдә булыуын билдәләй.

“Граждандар үҙҙәренең һорауҙарын төнгө ваҡытта ла ҡалдыра ала. Телефондың автояуапламаһы бар. Иртә менән операторҙар барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе лә яҙып ала”.

Марат Долгоаршинных "башинформсвязь" компанияһы генераль директоры

Рөстәм Хәмитовҡа һорау биреү йәһәтенән былтыр Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы һәм көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтте. Темаларға бүлеп ҡарағанда, күптәрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл мәсьәләһе, төҙөлөш менән бәйле проблемалар борсоно. Төбәктә йәшәүселәр һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, экология өлкәләренә лә битараф түгел. Әйтәйек, Бөрөләр яңы бала табыу йортона мохтажлығын белдергәйне, урында киләһе йыл яңы перинаталь үҙәк төҙөлөшө башланасаҡ. Был турала Рөстәм Хәмитов март айында граждандарҙы шәхси ҡабул иткәндә билдәләп үтте. Ә бына ҡайһы бер проблемалар тура эфирҙа уҡ хәл ителде. Мәҫәлән, Өфөнән Рәфҡәт Ғәтиәтуллин тура эфир барышында телефон аша бәйләнешкә сығып, Республика Башлығына күп ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙы еткерҙе. "Балалар баҡсаһына ташламалар алыу өсөн справкалар килтереүгә ваҡыт иҫәпле генә, өлгөрөрлөк түгел",-тине күп бала атаһы. Төбәк етәксеһе яуапты оҙаҡҡа һуҙманы.

Былтыр колл-үҙәккә көнөнә ярты меңләп мөрәжәғәт килеүен иҫәпкә алғанда, был аҙнаның да һөҙөмтәле үтәсәгенә шик юҡ. Иртәгә ҡыҙыу эшкә старт бирелә. Шулай уҡ заманса бәйләнеш саралары аша ла мөрәжәғәттәр ҡабул ителәсәк. 19 апрелдә Республика Башлығының тура эфирҙа сығышын иһә ғәҙәттәгесә, төбәктең иң ҙур теле һәм радиоканалдары яҡтыртасаҡ.

“Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш булдырыуҙа төп көстө, һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан юлдаш телеканалы тәшкил итә. Техник тәьминәт яғынан ҙур мөмкинлектәр булдырылған, мәҫәлән, студияла ғына 12 камера эшләйәсәк. Бынан тыш, республика халҡына уңайлы булһын өсөн һорау биреү яғынан төрлө саралар булдырылды. Был тәңгәлдә тулы мәғлүмәтте беҙҙең телеканалдың сайтында табырға мөмкин”.

Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы
Башбат

19 апрелгә тиклем күп тә ҡалманы. Республика тормошонда сираттағы мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ.

Быйыл күсмә телевизион майҙансыҡтар республика район-ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙә һәм Силәбе өлкәһендә лә эшләйәсәк. Урындағы халыҡ улар аша ла Рөстәм Хәмитовҡа үҙ мөрәжәғәттәрен еткерә ала. Республика башлығы менән тура эфирҙа һөйләшеү барышында "Яңылыҡтар" хеҙмәте хәбәрселәре лә студия менән бәйләнешкә инеп, төбәктә йәшәүселәрҙе борсоған иң мөһим проблемаларҙы күтәреп сығасаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ