Башҡортостандан йәш ғалимдар ракеталар өсөн яңы төр яғыулыҡ уйлап табыуҙа ҡатнаша

Был өлкәләге эшмәкрлеге өсөн уларға президент стипендияһы түләнәсәк. Федераль кимәлдә республиканан 18 ғалимдың ғилми хеҙмәте юғары баһаланған. Химиктар һәм биологтарҙың фәнни асыштары медицинала сирҙәрҙе заманса диагностикаларға ла ярҙам итәсәк.

Ришат Ишбирҙе улы күп тиҫтерҙәре кеүек бала сағында осоусы булырға хыялланған. Әммә яҙмыш уны химия өлкәһенә алып килгән. Малай сағындағы буй етмәҫлек хыялын ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашыра тиһәң дә була. Ул осоусы ракеталар өсөн сифатлы яғыулыҡ төрө етештереүҙә ҡатнаша. Нефть химияһы һәм катализ институты лабораторияһы ғилми хеҙмәткәрҙәре был йүнәлештә өс йыл тирәһе эшләй.

“Беҙҙең асыш шунан тора: ракеталар өсөн яғыулыҡ эшләйбеҙ, ул паста формаһында. Әлеге ракеталар ҡаты яғыулыҡта осалар. Беҙҙең яғыулыҡтың тартыу көсө ҙурыраҡ”.

Ришат Әминев, Рәсәй фәндәр академияһының нефть химияһы һәм катализ институты ғилми хеҙмәткәре

Ришат Әминев, уның менән бергә эшләүсе Гөлнара Ҡадикова һәм институттың тағы бер хеҙмәткәренә ғилми асыштары өсөн президент стипендияһы түләнәсәк. Улар фәнни эҙләнеүҙәре менән конкурста ҡатнашҡан. Ғалимдар медицинала сирҙәрҙе асыҡлау һәм уларҙы дауалауҙа ҡулланылған препараттар составын яҡшыртыу йүнәлешендә лә эш алып бара. Фәнни асыштар фармацевтикала импортты алмаштырыуға тәғәйенләнә.

Ә был пробиркаларҙа ҡатмарлы сирҙе диагностикалауҙы еңелләштереү өсөн тикшереү алып барыла. Елизавета Климентова бөйөр яман шешен өйрәнеп уны маркерҙар ярҙамында асыҡлау буйынса ғилми хеҙмәт өҫтөндә эшләй.

“Беҙ пациенттың ҡанын алабыҙ ҙа уға генетик маркерҙар ярҙамында яман шештең метастазалары таралыу хәүефен тикшерәбеҙ”.

Елизавета Климентова, Рәсәй фәндәр академияһының биология һәм генетика институты аспиранты

Йәш ғалимдарҙың фәнни асыштары федераль кимәлдә юғары баһаланған. Улар ай һайын 22 мең һум күләмендә президент стипендияһы аласаҡ. Аҡсалата премия өс йыл дауамында түләнә.

Дарья Шаповалова иһә остеоартроз сирен тикшерә. Остеоартроз менән ауырыу хәүефен алдан билдәләп буласаҡ, ти йәш ғалим.

“Беҙ генетик кимәлдә остеартроз менән сирләү хәүефе бармы- юҡмы икәнен белә алабыҙ. Был эш менән өс йыл тирәһе шөғөлләнәм”.

Дарья Шаповалова, Рәсәй фәндәр академияһының биология һәм генетика институты аспиранты

Был тармаҡта биш йыл элек үҙгәртеп ҡороуҙар булды һәм институттар хәҙер Фәнни ойошмалар федераль агентлығына ҡарай. Һөҙөмтәлә институттарҙың техник базаһын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу маҡтанырлыҡ түгел, ти хеҙмәткәрҙәр. Әммә быға ҡарамай йәштәр тырыша һәм яңы асыштар өҫтөндә эшләй. Ә генетика өлкәһендә белгестәргә ихтыяж ҙур, сөнки күптән түгел Өфөлә медицина һәм генетика үҙәге лә булдырылды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.