Ҡайын һуты

Бөгөн халыҡ календары буйынса ҡайын һыуы көнө билдәләнә. Оҙайлы ҡыш арҡаһында әлегә шифалы эсемлек күпләп юҡ, әммә белгестәр ошо көндәрҙә шифалы һутты йыя башларға мөмкин булыр, тип ышандыра. Кеше һаулығына шифа, тәбиғәткә зыян килтермәҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.

Фото №1 - Ҡайын һуты

Был ҡайын ағасында өс урындан ябай ғына улаҡ яһап, тәүлегенә 7-8 литр татлы һут алырға мөмкин. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә береһенән шифалы эсемлекте хатта, ике аҙна дауамында ағыҙыу ҙа рөхсәт ителә. Бөрөләр асылғанға тиклем ҡайын олононда һуттың иң мул мәле иҫәпләнә. Ғәҙәттә, ҡайын һыуын көндөң тәүге яртыһында, ҡояш нығыраҡ йылытҡанда, олон буйлап һут яҡшыраҡ хәрәкәт иткәндә йыйырға кәрәк.

“Урманға килеп ҡайын һыуын эске килә. Ә уның һыуы бармы, юҡмы икәнлеген нисек белергә? Бының өсөн беҙ тотоп килергә кәрәк. Беҙ менән ағасты төртөп ҡарайһың да, әгәр һыуы ағып китһә, тимәк был ҡайындан һут алырға була”.

Рәил Хисамов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры

Әммә был урманда һәр бер ҡайын ағасын бысаҡ йә беҙ менән соҡоп ҡарарға була тигән һүҙ түгел. Урман ҡануниәтенә ярашлы, ағасҡа рөхсәт кәрәк, кире осраҡта, штраф һалыныу хәүефе янай. Белгестәр ҡайын һыуын йыйыр өсөн ҡартыраҡ ағасты һайларға кәңәш итә. Уның диаметры 20 сантиметрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Һуңынан юнылған урынды балауыҙ, мүк менән ҡапларға оноторға ярамай, юғиһә, ағастың ҡороуы ихтимал. Шулай уҡ урмансылар ҡарт ҡайындарҙы балта менән юныуҙы ҡәтғи тыя, был үҙебеҙгә шифа алабыҙ тип, тәбиғәткә зыян килтереү, тигән фекерҙә улар.

“Урманға килгәс тә ҡайынды тишә башларға кәрәкмәй. Башта уның иҫәнлеген тикшерергә кәрәк.

Заһир Рәхмәтуллин, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман эше һәм ландшафт дизайны кафедраһы доценты

Татлы һуттың кеше һаулығына файҙаһы күп булыуы билдәле. Ул ҡанды таҙарта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, бөйөрҙәге ҡомдо йыуып сығара. Бының өсөн шифалы эсемлекте 2-3 аҙна дауамында эсергә кәрәк. Тик һау ҡайындан ғына яҡшы һут алырға була. Ҡайын өлгөргән булырға тейеш”.

Туңдырылған һут, иһә, шифалы үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ һаҡлай икән. Уны артабан косметологияла ла ҡулланырға ярай. Татлы миҙгел башланыуға ла күп ҡалманы, белгестәр ошо көндәрҙә ҡайын һыуын йыя башларға мөмкин буласаҡ тип ышандыра.

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ