Әле ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу туры бара. Проект ғаилә йылына арналған.
Әле был йәш парҙың иң бәхетле осоро. Әммә ике көн элек уларҙың туйҙары билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелеүе лә ихтимал ине. Барыһы ла байрамға әҙерлек мәшәҡәттәре арҡаһында. Матур видео һәм фотоһүрәттәр артында йоҡоһоҙ төндәр һәм туй индустрияһы белгестәре менән туҡтауһыҙ осрашыуҙар... Беҙҙең телеканал яңы реалити-шоуҙа хәҙерге йәштәргә туйға әҙерләнгәндә ниндәй ҡатмарлыҡтар көтөүе тураһында һөйләйәсәк.
Туй мәшәҡәттәре проектына кастингта ҡатнашыу өсөн буласаҡ кәләш менән кейәү үҙҙәре тураһында видеояҙма ебәрергә тейеш. Проект һуңында иң сағыу ике пар ҡала. Улар төп приз - туй сәйәхәте өсөн көрәшәсәк.
Туй һәр кем өсөн мөһим һәм тулҡынландырғыс ғүмер байрамы. Шуға күрә, проект авторҙары йәш парҙарға хыялындағы туйҙы ойоштороға ярҙам итә. Төп приз - туй сәйәхәтенән тыш, йәштәргә проект партнерҙарынан башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләнгән.




