2018 йылда башҡалала 52 урам юлдарын төҙөкләндерәсәктәр

Соҡорҙарҙы ямау буйынса эштәр көн һайын алып барыла. Ағымдағы йылда 52 урам юлдарын төҙөкләндереү ҡаралған.

Фото №1 - 2018 йылда башҡалала 52 урам юлдарын төҙөкләндерәсәктәр

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәү сиратта ремонт эштәре үтә ныҡ проблемалы биләмәләрҙә үтәсәк. Шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау буйынса карта ла эшләй, бында урындағылар хәүеф тыуҙырған участкалар хаҡында хәбәр итә ала.

Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йылда был проект сиктәрендә 30 объекттың юлдары төҙөкләндерелгән. Ремонт эштәре 1,3 млн. кв. метрҙан ашыу майҙанда башҡарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ