Өфөлә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү сараларына арналған форум уҙасаҡ

Өфөлә 24 һәм 25 апрель көндәре күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү сараларының үтәлешенә арналған форум уҙасаҡ.

Фото №1 - Өфөлә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү сараларына арналған форум уҙасаҡ

Сарала Рәсәй Федерацияһының ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ буйынса йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы Сергей Рыбальченко ҡатнашасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ил Президентының балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү саралары үҙ көсөнә инде. Атап айткәндә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн түләүҙәр, можтаждар өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр алыу мөмкинселеге менән, программаның оҙайтылыуы; ике баланан да кәм булмаған ғаиләләр өсөн льготалы ипотека алыу мөмкинлеге, балалар баҡсаһына сиратты бөтөрөү күҙ уңында тотола.

Әммә барыһына ла билдәле, бындай социаль ярҙамды алыу һәр кемгә лә еңелдән бирелмәй. Тап ошоға бәйле һорауҙарҙы башҡалала үтәсәк форумда тикшерәсәктәр ҙә инде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ